Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы: меңләгән ағас ултыртыласаҡ

Өфөлә йылына 5 мең самаһы ағас ҡырҡыла, ә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 1800-ҙән ашыу төп ултыртыласаҡ. Башҡортостан башлығы республика менән идара итеү үҙәгендә Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ҡала һәм район етәкселәренең иғтибарын биәләмәләрҙе сифатлы йәшелләндереү мәсьәләһенә йүнәлтергә саҡырҙы. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы алдынан Радий Хәбиров републиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Головановаға тораҡ пункттарҙы планлы рәүештә үҙгәртеп ҡороуға өлгәшергә ҡушты, йәшелләндереү ҡала һәм ҡасабаларҙы тулыһынса үҙгәртә ала, тип билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тирә-яҡ мөхитте таҙартыу, төҙөкләнедереү һәм йәшелләндереү буйынса дөйөм өмә республикала 18 апрелдә үтә.

Өфөнөң ситуация үҙәгендә эксперттар йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса план менән бүлеште, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү буйынса проекттар тураһында һөйләне. Баш ҡалала ултыртылған ағастарҙың 90 проценты ергә ерегеп, үҫеп китә. Ҡалған 10 проценты урынына яңы үҫентеләр ултыртыла. Йәшеллекте күҙәтеү ГЛОНАСС системаһы ярҙамында башҡарыла. Ҡала скверҙарында Башҡортостандың төп ағастары йүкәләр ҙә күпләп ултытыласаҡ. Тимәк, йүкәләр сәскәгә төрөнгән мәлдә, япониялағы сакура сәскә атыу турҙары кеүек, Башҡортостанға сәйәхәт ойоштороусылар ҙа артасаҡ.

Скверҙарҙы әүҙем йәшелләндерәбеҙ, бынан тыш яңы участоктар табабыҙ, ҡалған парктарҙы яңы үҫентеләр һәм ағастар менән тулыландырабыҙ, күп йыллыҡ сәскәләр үҫтерәбеҙ. Өфөнөң Киров һәм Ленин райондарында 247 төп эре йүкә ағасы ултыртыу күҙаллана.

Данил Ғәлиуллин, Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары