Юлсылар шулай тип вәғәҙәләй. Әле иҫке асфальт ҡатламы ҡырып алына. Шулай уҡ баш ҡаланың Пугачев урамында ла юл төҙөлөшө дауам итә. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Ниһайәт, Өфө- Аэропорт юлында ремонт эштәре башланған. Дим шоссеһы менән киҫелештән алып М5 трассаһына тиклемге арауыҡ һуңғы бер нисә йылда эштән сығып тәрән колеялар барлыҡҡа килгәйне. Юлсылар әле фреза менән асфальт ҡатламын ала. Объектта 30 кеше сменалап эшләй.
Өфө- Аэропорт юлына Чесноковка эргәһендәге асфальт- бетон заводында етештерелгән СМА-22 яңы төр асфальт һалынасаҡ. «Дортрансстрой» ойошмаһы быға тиклем юл участкаһын 2021 йылда ремонтланған һәм 4 йылға гарантиялаған. Әле һалынасаҡ асфальт проект етәксеһе әйтеүенсә, сифатлыраҡ буласаҡ, әммә ул ниңәлер...ике йылға ғына гарантиялана.
Пугачев урамындағы юлды быйыл төҙөп бөтөргә вәғәҙәләйҙәр. Әле эшселәр бордюрҙарҙы монтажлай. Асфальт түшәү өсөн әҙерлек эштәре алып барыла.
Бынан тыш, Өфөнөң Жуков урамында асфальт һалына, юлсылар әйтеүенсә, финанс мәсьәләһе хәл ителеп, подрядсы объектҡа ингән.
Константин Станиславскийҙың «Театр элгестән башлана» тигән әйтемен «Баш ҡала уға ингән юлдан башлана» тип үҙгәртке килә. Ә мәғәнәһен һәр кем үҙенсә аңлар.
Рәмилә Исмәғилева