Благовар районы тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә төштө

Яуаплы миҙгел. Республика аграрийҙары сәсеүгә төштө. Ауыл хужалығы эшсәндәре һауа шарттары рөхсәт иткән осраҡта сәсеү кампанияһын ике аҙна эсендә тамамларға ниәтләй. Төбәктә 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы, арпа, һоло, борсаҡ, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культуралар сәсеү көтөлә. Благовар районы аграрийҙары тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә төштө. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Ҡышты яҡшы үткәргән ужым бойҙайының ҡуйы үҫентеләренән аграрийҙар августа сифатлы уңыш көтә. Бында гектарынан 30-40 центнер уңыш йыйып алыу күҙаллана. Благовар районы баҫыуҙарында сәсеү өсөн 88 мең гектар ҡаралған. Әле баҫыуҙарҙа дым ҡаплау, тупраҡты әҙерләү эштәре бара һәм ошо көндәрҙә сәсеү кампанияһына барлыҡ хужалыҡтар ҙа дәррәү ҡушылыр тип күҙаллана.

Благовар районы ауыл хужалығы эшсәндәре 35 мең гектар майҙанда бойҙай, 5200 гектар борсаҡ, 350 гектарҙа һоло үҫтерергә иҫәп тота. Ғөмүмән, урындағы аграрийҙары сифатлы орлоҡтарҙы һатып алыу, ҡулдан килгәнсе матди-техник базаны нығытыу мәсьәләләрен ҡыш аҙағында уҡ хәстәрләгән. Ауыл хужалығы белгестәре йәйге ямғырҙарға өмөтөн өҙмәй, сөнки синоптиктар быйыл ҡоролоҡ фаразлай.

Башҡортостанда ашлама һатып алыуға киткән сығымдарҙың төп өлөшөн төбәк бюджеты ҡаплай. Былтыр ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре көҙ 3,8 миллион тонна уңыш йыйып алып ҡыуанды. Аграрийҙар сәсеү эштәренә тәүге көндәренән үк йылдағыса мул уңыш йыйып алырға тигән ышаныс менән сыға

Флорида Миһранова