Өфөлә республиканың «Алтын тауышы», танылған диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир уҙҙы. Етенсегә ойошторолған спорт байрамында матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, эстрада йондоҙҙары ҡатнашты. Шулай уҡ майҙанда Башҡортостан башлығы хакимиәтенең йыйылма командаһы ла уңышлы сығыш яһаны. Турнир барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Журналистар эштә лә, спортта ла һынатмай. Әхәт Мортазин иҫтәлегенә ойошторолған волейбол буйынса турнирҙа республиканың иң көслө командалары осрашты. Легендар диктор менән һәр кем яҡындан таныш була, шуға күрә уйын да дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте.
Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы төбәктең матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар союзы етәкселеге сәләмләне. Турнир барышын Әхәт Мортазиндың коллегалары, яҡындары ла күҙәтеп барҙы. Тәнзилә Үлмәҫбаева тормош иптәшенең иҫән сағында һәр ваҡыт халыҡ араһында булырға тырышыуын, республика спорт сараларын, халыҡ байрамдарын ойоштороуҙа, алып барыуҙа ихлас ҡатнашыуын билдәләне. Бөгөнгө турнирҙа ла республиканың «алтын тауышы» йәнә матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы.
«Юлдаш» радиоһының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә волейбол буйынса турнирҙың тура трансляцияһы күрһәтелде. Билдәле алып барыусылар уйын барышы менән меңдәрсә тамашасыны таныштырҙы.
Быйыл волейбол буйынса ойошторолған турнирҙа Башҡортостан башлығы Хакимиәте йыйылма командаһы ла саҡырылғайны. Шулай уҡ радио менән һәр ваҡыт бер тулҡында булған сәхнә йондоҙҙары ла тамашсыларға спортҡа хас еңеү дәртен күрһәтте.
Һөҙөмтәлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә ойошторолған волейбол буйынса турнирҙың күсмә кубогы ла тап «Йондоҙло команда»ға тапшырылды.
Гөлназ Хәйбуллина