Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Ике уҡыусы - абсолют еңеүсе. Улар Мораҡ башҡорт гимназияһынан 9-сы класта белем алыусы Иҙел Исҡужин һәм Өфөнөң 39-сы гимназияһынан 11-се класс уҡыусыһы Камилла Нурисламова. Миәкә, Күгәресен, Өфө, Нефтекама Туймазынан тағы 9 уҡыусы еңеүселәр һәм призерҙар рәтендә. - Балаларҙың яҡшы ҡаҙанышы - ҙур һәм эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Был эште дауам итәсәкбеҙ, - ти Радий Хәбиров.