Күләмле форум төбәк Хөкүмәте ярҙамында Кампустың киберфизик инновациялар оҫтаханаһы Берлогала үтә. Оҫтаханала шөғөлләнеүселәр дрондарҙы конструкциялай һәм программалай, улар менән идара итергә өйрәнә. Бында пилотһыҙ авиация системалары буйынса курстар эшләй. Пилотһыҙ авиация системалары оҫтаханаһында уҡыуҙар төрлө форматта-бер айҙан ярты йылға тиклем иҫәпләнгән. Берлога өсөн махсус эшләнгән «Дрондар академияһы» симуляторында күнекмәләр ойойшторола.