Өфөнөң 28-се коррекция мәктәбе тәрбиәләнеүселәре өсөн концерт ойошторолдо

Өфөнөң «Салют» реабилитация үҙәгендә 28-се коррекция мәктәбе тәрбиәләнеүселәре өсөн концерт ойошторолдо. Һуҡыр һәм насар күреүсе балаларға Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары һәм музыкантары ҡунаҡҡа килде. Радик Вәлмөхәмәтов, Вәхит Хызыров, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм башҡа сәхнә йондоҙҙары балаларға онотолмаҫлыҡ көн бүләк итте.

«Яҙғы көй» тип аталған концерт программаһында ҡумыҙ һәм ҡурай моңдары, Башҡортостандың матурлығын данлаған йырҙар яңғыраны. Реабилитация үҙәге белгестәре бындай сараларҙың оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Сөнки күреү һәләтенән мәхрүм балалар кешеләрҙең хис-тойғоларын тойомлай, тауыштар ярҙамында донъяны яҡшыраҡ аңлай.