Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантта 2 меңдән ашыу майҙансыҡ ҡатнашты

Бөгөн республика халҡы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәрбеҙ Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты. Ошо маҡсатта ике меңдән ашыу майҙансыҡ әҙерләнгәйне, шулай уҡ БСТ һәм «Тамыр» телекандары, «Ашҡаҙар» радиоһы аша ла акцияға ҡушылыу мөмкинлеге булды. Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә башланғыс кимәл өсөн текст тәҡдим ителде, ул Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. Сарала ике йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты, улар араһында билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзалары, студенттар, йәш шайморатовсылар ҙа булды. Текст авторы, шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Айгөл Йәмилева ла тап ошо майҙансыҡта эшләне.