Бөгөн «Торатау» геопаркында ла башҡорт теленән диктант яҙҙылар. Изге тау итәгендә ойошторолған сарала Урман-Бишҡаҙаҡ урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Ишембай районындағы был белем усағы геопарк менән даими тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Урындағы балалар башҡорт телендә иркен аралаша. Шуға ла улар диктантты танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов уҡыуында яҙҙы. Илһөйәрлек, батырлыҡ, милләт-ара дуҫлыҡ менән һуғарылған текст мәғрифәтселек акцияһында ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.