Бөгөн Өфөлә «Башҡортостан рустары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының йыллыҡ конференцияһы үтте. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған сараға республиканың төрлө ҡала- райондарынан делегаттар йыйылды.
Конференцияла Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә арналған докладтар яңғыраны. Осрашыуҙа дәүләт власы органдары, дини ойошмалар, фәнни һәм педагогик берләшмә вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ирекмәндәр, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Башҡортостан рустары соборы эшмәкәрлеге 2036 йылға тиклем дәүләт милли сәйәсәтенең федераль стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа мөһим звено булып тора. Йыл һайын ойошма республиканың һәм тотош илдең мәҙәни тормошо өсөн әһәмиәтле саралар үткәрә. Улар төрлө халыҡтарҙың вәкилдәрен берләштерә, мәҙәниәттәрҙең берҙәмлеген һәм төрлөлөгөн формалаштыра.