Башҡортостанда киләсәктә «Һөт академияһы» барлыҡҡа килеүе ихтимал


Бөгөн республика башлығының «Комос групп» холдингы идарасыһы менән эшлекле осрашыуҙа төбәктә холдинг составындағы эшкәртеү ҡеүәттәрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты сиктәрендә, Ҡырмыҫҡалы һәм Кушнаренко райондарында агротехнологик класс барлыҡҡа киләсәк.

Ул агроинженерия һәм аҙыҡ-түлек продукцияһын эшкәртеү кеүек ике төп йүнәлештә үҫешер тип көтөлә. Мәктәп партаһынан башланған проект, артабан Башҡорт дәүләт аграр университетында тормошҡа ашырыласаҡ. Ошо рәүешле, инвестор киләсәктә кадрҙар тәьминәте мәсьәләләрен дә хәл итеү бурысын ҡуя. Холдинг етәкселеге Радий Хәбиров менән осрашыуҙа шулай уҡ, Өфө һөт заводын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу проекты тикшерелде. Был сеймал эшкәртеү күләмен һәм етештерелгән продукция ассортиментын, шул иҫәптән экспорт өсөн дә арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Башҡортостанда инвестор булараҡ ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Яҡын арала үҙ ҡарамағыбыҙға алған Өфө һөт заводында реконструкция эштәрен башларға иҫәп тотабыҙ. Дөйөм инвестиция күләме яҡынса 5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Киләсәктә дәүләт стандарттарына ярашлы итеп, продукция күләмен һәм төрҙәрен арттырыу бурысы тора. Шулай уҡ мәғариф өлкәһенә бәйле эштәр ҙә киләсәктә яйға һалыныр тип ышанам.

Андрей Шутов, «КОМОС ГРУПП» холдингы идарасыһы