Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында яҙғы сәсеүгә әҙерлек һәм уны уҙғарыу мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев уҙғарҙы.
Радий Хәбиров кәңәшмәлә сығыш яһап, Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре башланыуын хәбәр итте. Дмитрий Патрушев билдәләүенсә, әле Рәсәй төбәктәре аграрийҙарының яртыһы тиерлек яҙғы сәсеүгә сыҡҡан. Төбәк башлығы «Агропрофессионалитет» программаһы буйынса профилле юғары уҡыу йорто базаһында уҡытыу-производство үҙәген ойоштороу тәҡдимен белдерҙе. Унда машина-технология компанияларын яңы кадрҙар менән тәьмие итеү, заманса техникала, шул иҫәптән пилотһыҙ авиация смстемаһына йыл һайын 500-гә тиклем белгес әҙерләү планлаштырыла. Дмитрий Патрушев Ауыл хужалығы министрлығына тәҡдимде иғтибарға алырға ҡушты.