Ул Өфөлә 36-сы Халыҡ-ара махсуслаштырылған «Агрокомплекс» күргәҙмәһе сиктәрендә, Башҡортостан хөкүмәте менән «Росагролизинг» ойошмаһы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы ойошторолдо. Яңы предприятие ауыл хужалығы техникаһы дефицитын тулыландырып, аграрийҙарға сәсеүҙән уңыш йыйыуға тиклем тулы комплекста ярҙам итеү бурысын ҡуя. Әйткәндәй, Башҡортостан пилот проект булараҡ махсус һайланған. Дөйөм инвестиция күләме 3 миллиард һум тәшкил итә.
Заманса техника менән йыһазландырылған машина-технология компанияларына йәш белгестәр-студент-практиканттар һәм башланғыс белгестәр саҡырыласаҡ. Башҡортостан был кадрҙарҙың хеҙмәт хаҡының 90 процентҡа тиклемге өлөшөн субсидиялауға әҙер. Компания автопаркын тулыландырған техника тулыһынса Ватанда етештерелеүе менән дә мөһим. Улар араһында комбайн, тракторҙарҙан тыш, агродрондарға тиклем бар.