Мәҙәни мираҫты һаҡлауға йүнәлтелгән байрам саралары республика район-ҡалаларында, төрлө ойошмаларҙа үтте. Баш ҡалала төп байрам майҙансығы итеп-«Башҡортостан» дәүләт концерт залы һайланған. Унда стилләштерелгән кейем күрһәтеү ойошторолдо. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Түшелдерек төшөрөлгән футболкалар ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Әммә уны эшләү ябай шөғөл түгел икәненә оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар үҙҙәре инанды. Милли кейем көнөнә арналған сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте. Иглин районынан саҡырылған оҫта туҡымаға һүрәт төшөрөргә өйрәтте
Түшелдеректе төшөрөү бер сәғәтлек эш түгел. Һәр этап тәүәкәллек талап итә, шул уҡ ваҡытта ижад матур уйҙар уята, тынысландыра, ти оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар.
Республика мираҫының байлығы һәм төрлөлөгө тураһында иҫкә төшөрөүсе байрамды Милли музей ҙа ҡаршы алды. Бында «Милли матурлыҡ сығанаҡтары» фотокүргәҙмәһе асылды. Төрлө милләт вәкилдәренең матурлығын, көнкүрешен сағылдырыусы проекттың авторы-Ләйсән Нәүмәтулина. Фотоһүрәттәр менән 30 майға тиклем танышырға мөмкин.
Милли кейем, биҙәүестәр-ябай әйбер һәм аксессурҙар ғына түгел, ул иҡтисадтың бер өлөшө лә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда креатив индустрияларҙы үҫтереүгә иғтибар бирелә, был өлкәлә эшләүсе ижадсыларға уңайлы шарттар булдырыла. Оҫталарға республика башлығы гранты бирелә, кәсепселәргә дәүләт наградалары тапшырыла.
Байрам көнөндә төрлө милләт вәкилдәре «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда осрашты. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн стилләштерелгән кейем күрһәтеү ойошторолдо. Шулай уҡ көн дауамында төрлө сәхнә оҫталары сығыштары, күргәҙмә-йәрминкә һәм милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнө бер көн менән генә тамамланамай. Әле республикала «Тамға» халыҡ-ара конкурсына әҙерлек бара, ял көндәрендә «Урал» этно үҙәге рус костюмы конкурсын ҡатул итә.
Әлфинә Килдейәрова