Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран Ғәбдрәүеф Гәрәев 100 йәшлек юбилейын биләдәләне

Легендар танкист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран Ғәбдрәүеф Гәрәев 100 йәшлек юбилейын биләдәләне. Т-34 танкы менән идара итеп дошмандарҙы тар-мар итеүсе яҡташыбыҙ ҡаһарманлығы өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм тиҫтәләгән миҙал менән бүләкләнгән. Ул Польша, Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнашып тыуған яғына ҡайта. Ғәбдрәүеф Сәләх улының бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан Бәләбәйҙә тантаналы парад ойошторолдо. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Йылы ҡотлауҙар һәм рәхмәт хаттары. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәүгеләрҙән булып фронтҡа киткән Ғәбдрәүеф Гәрәев 100 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршыланы. Кремлдән, Республика хөкүмәт йортонан, байтаҡ хәрби ведомстоваларҙан килгән ҡотлау хаттарын ветеранға ҡыҙы Ғәлиә Сиражетдинова уҡып ишеттерҙе. Ул атаһының тыуған көнөнә Мәскәүҙән ҡайтып еткән. Юбилейға әҙерләнеп кибет, кафеға барғанда юбиляр рулдә үҙе йөрөй.

Легендар танкист Ғәбдрәүеф Сәләх улы Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Варшава эргәһендәге бәрелештә ҡаһарман яҡташыбыҙҙың Т-34 экипажы дошман уты аҫтына эләгә. Ғәбдрәүеф Гәрәев тик госпиталдә аңына килә. 1945 йылда Еңеүҙе ул Минск ҡалаһы дауаханаһында ҡаршылай. Һуғыштан һуң Белоруссияны һәм Көнбайыш Украинаны Бандеровсыларҙан азат итеүҙә ҡатнаша.

Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан Ғәбдрәүеф Сәләх улы урындағы илһөйәрлек сараларын, мәҙәни -тарихи байрамдарҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша. Уның йөҙ йәшенә яҡташтары тантаналы парад ойоштороп, концерт ҡуйҙы. Өс бала атаһы, 6 ейән-ейәнсәр олатаһы, иле өсөн тоғро улы Ғәбдрәүеф Гәрәев оло юбилейын ихлас күңелдән ҡыуанып үткәрҙе. Ветеран әйтеүенсә, оҙон ғүмер сере яңы килгән һәр көндө яҡшы кәйеф һәм өмөт менән ҡаршылыу.

Флорида Миһранова