Өфөлә Бөйөк Еңеү көнө уңайынан төрлө саралар ҡаралған

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа мәҙәниәт, мәғариф спорт учреждениелары ҡатнаша. 20 апрелдә "Патриот" паркында мәҙәни-илһөйәрлек  программаһы була. 26-ыһында Өфөгә "Еңеү Паровозы" килә. 29 апрелдә һәм 7 майҙа Ильич исемендәге скверҙа Бөйөк  Ватан һуғышы һәм Махсус хәрби операцияа бағышланған йырҙар башҡарыла.  Төрлө акциялар, осрашыуҙар, конкурстар ойошторола. Төп саралар 9 майҙа үтә. Һәйкәлдәргә сәскә һалына, парад, концерт була. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы билдәләнә.