Торлаҡ йорттарҙы һыу баҫмаған. 4 юлда, 1 күперҙә хәрәкәт сикләнгән. Өфө янындағы баҡсаларҙа 12 участка һыу эсендә ҡала. Һуңғы тәүлектә Мәсетле районында Әй, Хәйбулла районында Таналыҡ, Нуриман районында Өфө йылғалары кимәле бер аҙ күтәрелеүе теркәлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр.