Башҡортостандан оло һыуҙан зыян күргән Дағстан халҡына гуманитар ылау оҙатылды

Дағстанға ярҙам. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостандан оло һыуҙан зыян күргән Дағстан халҡына гуманитар ылау оҙатылды. Йөк машиналары эсәр һыу, генератор, төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр тейәгән. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Эсәр һыу, балалар өсөн ризыҡ, аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдары. Йөк алдан бирелгән ғаризалар буйынса тупланған. Өфөлә йәшәүсе Рәсим Ҡадиров тыуған Дағстан республикаһына был юлы ҡунаҡҡа түгел, ә гуманитар миссия составында юллана. Быға тиклем махсус хәрби операция биләмәһенә ылау ташыусы водитель, был сәфәрҙән ситтә тороп ҡала алмай.

Яңыраҡ ҡына Запорожье өлкәһенән ҡайттыҡ, яугирҙарға гуманитар ярҙам алып барғайныҡ. Үҙем күптән Өфөлә йәшәйем, Дағстанға ылау ебәрәләр тип ишеткәс, мин дә ҡушылырға булдым. Тыуған яҡтарымды күреп ҡайтырға, яҡындарым менән дә осрашып өлгөрөрмөн тип ышанам.

Рәсим Ҡадиров, водитель

Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында ташҡындан зыян күргән Дағстанға ярҙам ойошторорға ҡушҡайны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәкте һыу баҫыуға бәйле федераль кимәлдә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгәйне. Әлеге ваҡытта 117 торлаҡ йорт, йөҙҙән ашыу ихата, алты автомобиль юлы участкаһы һыу аҫтында ҡала. Зыян күргән халыҡ ваҡытлыса йәшәү урындарына урынлаштырылған. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һыу баҫҡан биналарҙан һыуҙы һурҙыра, махсус эшкәртеү һәм дизенфекция үткәрә, шулай уҡ энергия менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү буйынса эш дауам итә.

Башҡортостандан тупланған гуманитар ылауҙы республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатты. Ул водителдәргә хәйерле сәфәр теләп, юлда һаҡ булыуҙарын һораны.

Гуманитар миссия составында дүрт фура, уларҙың береһе Туймазынан ҡушыласаҡ. Колоннаны Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты машинаһы оҙатып барасаҡ. Алда уларҙы Дағстандағы Иҙербаш ҡалаһына тиклем 2 меңдән саҡрымдан ашыу юл көтә.

Әлфинә Килдейәрова