Өфөлә һыу сифаты: ташҡын осоронда тикшереүҙәр 3 тапҡырға артты

Көндәлек тормошта һыу таҙа һәм сифатлы булһын өсөн заманса лаборатрияларҙа йөҙгә яҡын тикшереү үткәрелә. «Өфө һыу каналы» ойошмаһы, ҡаланың һыу таҙартыу өсөн яуаплы хеҙмәттәре яҙғы ташҡын мәлендә көсәйтелгән режимда эшләй. Эсәр һыу таҙалығы өсөн көрәшеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Өфө һыу каналы ойошмаһында һыу күп кимәлле тикшереү системаһы аша тикшерелә. Көн һайын ҡаланың төрлө һыу сығанаҡтарынан өлгөләр килтерелә.Улар 99-ҙан ашыу мотлаҡ күрһәткестәргә тикшерелә. Физик-химик, микробиологик һәм органолептик параметрҙар буйынса лабораторияларҙа етди анализдар үткәрелә.

Ташҡын осоронда тикшереүҙәр йышлығы өс тапҡырға арта фенол, нефть продукттары, хлороформ миҡдары үлсәнелә. Был ҡорамалда һыуҙағы тимер миҡдары, ә һыу ҡатылығы махсус титрҙар ярҙамында асыҡлана.

Үҙәктең химия-бактериология лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре заманса анализ эшләү ысулдарын ҡуллана. Белгестәр бында хатта ауыр металдарҙың түбән концентрацияһын билдәләй һәм 250 органик бысраныу осрағын күҙәтә ала. Производство контроле һөҙөмтәләре даими рәүештә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығына тапшырыла.

Яҙғы ташҡын осоронда Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә һыу менән тәьмин итеүсе һыу сифатын тикшереү буйынса контролде көсәйтә. Быға һыу өлгөләрен арттырыу һәм анализдарҙы күберәк үткәреү ярҙамында өлгәшелә Роспотребнадзор тарафынан һыу әҙерләүҙең бөтә этаптары ла етди күҙәтеүҙә тотола.Халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү саралары ла ныҡлы котролдә.

Азат Ғәбиҙуллин, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының тирә-яҡ мөхитте һәм йәшәү шарттарын күҙәтеү бүлеге етәксеһе

Өфө ҡалаһында һыу тәьминәте ер аҫты скважиналарынан да тәьмин ителә. Төньяҡ зонала һыуҙы ике кимәлдә таҙартыу һәм зараһыҙландырыу системаһы ҡулланыла. Ә ультрафиолет микробиологик бысраныуҙан һаҡлауҙы көсәйтә. Түбән концентрациялы натрий гипохлоритын ҡулланыу ҙа һыуҙы таҙартыуҙа хлорға ҡарағанда күпкә хәүефһеҙерәк ти, белгестәр.

Өфөлә йәшәүселәр дәүләт стандарттарына ярашлы, экологик күҙлектән таҙа һәм сәләмәтлеккә зыянһыҙ һыу менән тәьмин ителә. Ә ҡала халҡы ҡулланғандан һуң һыу махсус торбалар буйлап таҙартыу ҡоролмаһына килә.Унан тәүлегенә 270 мең тонанан ашыу йыуынты һыу үтә.

Унитазға гигиена кәрәк-яраҡтарын, салфеткаларҙы, мамыҡлы ҡолаҡ таҙартыу таяҡсаларын ташламаһындар ине. Беҙҙең ҡоролмаларға тәүлек эсендә ун тоннан ашыу сүп өйөлә. Улар беҙҙең селтәрҙәрҙе һәм таҙартыу ҡорамалдарын эшлектән сығара.

Әнүәр Түләков, Өфө ҡалаһының канализация ҡоролмаларын таҙартыу буйынса баш белгесе

2010 йылдың апреленән биологик таҙартыу блогы эшләй башлағандан һуң Ағиҙелгә таҙартылмаған йыуынты һыу ағыҙыу туҡтатылған. Был йылғаны йылына 5-7 мең тонна бысратыусы матдәләрҙән таҙартыу мөмкинлеге бирә.Таҙартылған һыу сифаты нормативтарға тап килә.

Яҙғы ташҡын осоронда барлыҡ сығанаҡтарҙан һыу өлгөләренә анализ үткәреү аҙнаһына мең ярым тапҡырға арта, ти белгестәр.Һыу анализдарын үткәргәндән һуң бар мәғлүмәт Роспотребназдзорға тапшырыла.Һыуҙың еҫе, тәме, тоноҡлоғо, ҡатылығы, минералдар миҡдары тикшерелә, санитар-бактериологик күрһәткестәргә айырым иғтибар бүленә.

Гүзәл Борханова