Баш ҡаланың Дан бульварында Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы һәм Муса Гәрәевҡа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүгә арналған сара үтте. Был проект тәүге тапҡыр былтыр үтте һәм шундуҡ халыҡта ыңғай тәьҫорат ҡалдырҙы. Быйыл да ҡалала йәшәүселәр сараға дәррәү йыйылды. «Хәтер рифмалары» тип исемләнгән байрам ғаилә менән файҙалы ял итеү һәм үткәндәргә күҙ һалыу, иҫкә алыу мөмкинлеге лә. Шиғыр һөйләүселәр конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙыуы ла сараға ошондай исем биргән.
Байрамдың иң ҡыҙыҡлы мәле шул самолеттарҙы осороу чемпионаты. Һуңынан халыҡ ялан ашханаһында бешерелгән «һалдат бутҡаһы» ашап кинәнде, Еңеү вальсында әйләнде.