Өфөлә яҙма эш өсөн 50 майҙансыҡ ойошторолдо. Рус теленән белемде кафе, китапхана, кибет, аэропорт һәм башҡа урындарҙа ла тикшереп ҡарау мөмкинлеге тыуҙырылды. Диктантты донъяның бөтә нөктәләренән онлайн форматта ла яҙҙылар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Тоталь диктант акцияһына ҡушылған малай-ҡыҙҙар тексты ғәҙәти булмаған шарттарҙа яҙҙы. «Котейная» тип исемләнгән кафела улар бесәйҙәр менән уйнап, ял итеп бер үк ваҡытта белемен дә тикшерә алды. Үҙенсәлекле майҙанда улар шәмбе ялын күңелле һәм файҙалы үткәрҙе.
Милли китапханаға килеүселәр тоталь диктантты хеҙмәттәшебеҙ Дмитрий Каретко уҡыуында яҙҙы. Быйыл диктантҡа яҙыусы, Әҙәбиәт институты етәксеһе Алексей Варламовтың әҫәренән өҙөк һайланған. Өфөләр Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән берлектә тексты бер нисә майҙансыҡта яҙҙы.
Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында диктант яҙырға бәләкәй класс уҡыусылары йыйылды. 14 йәштән кесе ҡатнашыусылар өсөн «Недиктант» проекты әҙерләнгән. Балалар, диктант авторының тексы мотивтары буйынса ғәҙәти булмаған 20 мәсьәләне хәл итергә тейеш. Грамота, белем, телгә һөйөү, популярлаштырыу буйынса иң ҙур акция 21-се тапҡыр ойошторолдо, Өфөлә ул 15-се тапҡыр уҙҙы. Ҡатнашыусылар һөҙөмтәләр менән акция сайтында таныша аласаҡ.
Флорида Миһранова