Башҡортостан ҡотҡарыусылары йылғаларҙа туристар хәүефһеҙлеген тәьмин итә

Кесе Инйәр, Оло Инйәр һәм Һаҡмар тупһаларында дежур ойошторолған. Йылғаларҙан кәмәлә ағып төшөүселәр бар. маршруттарын теркәмәгән туристарға айырыуса иғтибар бирелә. - Яҙғы һыу хәүефле. Ағым көслө, һыу һалҡын. Үтә иғтибарлы булырға кәрәк, тип иҫкәртәләр ведомствонан.