Башҡортостан делегацияһы Ташкентта «Иннопрпом. Үҙәк Азия» форумында ҡатнаша

Бөгөн Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ташкентта «Иннопрпом. Үҙәк Азия» форумында ҡатнаша. Халыҡ-ара сара 35-тән ашыу илдән власть органдары, эшлекле даирә һәм эксперт берләшмәһе вәкилдәрен берләштергән.

Сараның эшлекле программаһы сиктәрендә төбәк башлығы Башҡортостан менән Үзбәкстан бизнес-берләшмәһе вәкилдәренең һөйләшеүҙәренә старт бирҙе. Был форматта аралашыуҙың төп маҡсаты-кооперацияны киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы партнерҙар табыу. Һөйләшеү майҙансыҡтарында төп тармаҡтар-нефть химияһы, ауыл хужалығы секторы һәм аҙыҡ-түлек индустрияһы, төҙөлөш материалдары етештереү, мебель сәнәғәте, IT-технологиялар һәм башҡа йүнәлештәр тәҡдим ителгән.

Башҡортостан форум күргәҙмәһендә үҙенең стендын тәҡдим итте. Унда Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев булды. Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтарға Үзбәкстан яғы менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Ташкент өлкәһендә «Бекабад» индустриаль технопаркын төҙөү тураһында һөйләне. Проект ике дәүләт етәкселеге тарафынан да хуплау таба. Буласаҡ резиденттар иҫәбендә-Башҡортостандың «Буринтех» компанияһы. Ул заманса быраулау ҡорамалдары һәм инструменттар, шул иҫәптән юғары технологиялы бырауҙар тәҡдим итә.

Денис Мантуров менән Жамшид Ходжаев индустриаль секторҙа кооперация үҫешенә айырыуса иғтибар йүнәлтте һәм Үзбәкстан менән берлектәге проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Башҡортостан стендында шулай уҡ Радий Хәбиров менән Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев ҡатнашлығында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Форум сиктәрендә Радий Хәбиров шулай уҡ Ташкент өлкәһе Бекабад районы хакимы Зәйнилобиддин Низамиддинов менән осрашты. Яҡтар «Бекабад» технопаркын үҫтереүҙе-проекттың ойоштороу-хоҡуҡи шарттарын, потенциаль резиденттар пулын, производстволарҙы урынлаштырыу параметрҙарын тикшерҙе.