Өфөлә МХО биәмәһенән ялға ҡайтҡан Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙарын ҡаршы алдылар

Өфөнөң Совет майҙанында махсус хәрби операция биәмәһенән ялға ҡайтҡан Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙарын ҡаршы алдылар. Улар Еңеү көнөндә хәрби парадта ҡатнашасаҡ. Батальон яугирҙарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. «Был ысынлап та легендар батальон, Росгвардия ғәскәрҙәрендәге берҙән-бер подразделение. Улар һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта тора. Бригада командиры яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ», тине Ирек Сәғитов. Хәрби бурыстарын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында мәргән пулеметсылар, гранотометчиктар бар.Тантаналы сара һуңында яугирҙар генерал Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.