Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина Ахун һәм Ҡунаҡбай ауылдарында йәшәүселәр менән осрашты. Ынйы Ревиль ҡыҙы палата эшмәкәрлеге, уның граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙәге роле менән таныштырҙы, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙы контролгә алды. Урындағы халыҡты инфраструктура, балалар һәм йәштәр өсөн уңайлы мөхитте үҫтереү, мал көтөү мәсьәләләре борсой.
Ахун ауылында ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй. Улар махсус хәрби операция яугирҙарына даими гуманитар ылау оҙата. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән үҙ-ара эш итеү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе. Өлкән коллегаларының тәжрибәһен һәм йәш йәмәғәтселәрҙең энергияһын берләштереү проблемаларға яңы күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә.