Үҙәк район дауаханаһы табиптары һәм Өфөнән килгән психиатр менән нарколог халыҡты ҡабул итте. Республика буйлап бындай күсмә сәләмәтлек үҙәктәре 13 апрелдән йөрөй башланы. Табиптар десанты иртәгә Яңы Ҡыйышҡы ауылына бара.
Олокүл ауылындағы табип амбулаторияһы былтыр декабрҙә генә асылған. Участка табиптарынан тыш бында стоматолог, акушер-гинеколог, педиатр кеүек төрлө йүнәлештәге белгестәр ҙә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә табиптар район үҙәгенән килгән.
Иң ҙур сират УЗИ үтергә. Шылтыратып, алдан яҙылырға кәрәкмәй. Шуға күрә пенсионерҙар аппарат үҙҙәренең ауылында булған саҡта һаулығын тикшертеп ҡалырға тырыша.
Халыҡты күҙ табибы ла ҡабул итте. Күптәргә күҙлек алыу өсөн яңы рецепт яҙып бирелде.
Амбулатория майҙанында үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер- акушерлыҡ пункты менән Өфөнөң 21-се дауаханаһынан килгән «Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» мобиль коплексында гинекологҡа күренергә, электрокардиограмма эшләтергә, хирургтан йүнәлтмә алырға мөмкин булды.
Был акция буйынса халыҡтың һаулығын тикшереп ауыр сирҙәрҙе иртә стадияа асыҡлау маҡсаты ла ҡуйылған. Бер аҙна эсендә республикала 10 кеше яман шеш ихтималлығы менән күҙәтеүгә алынған.
Рәмилә Исмәғилева