Быйыл ул Өфөлә 20 апрелдә билдәләнгән милли донор көнөндә ойошторолдо.Ҡан тапшырып таныш булмаған кеше ғүмерен ҡотҡарырға әҙер торған оло йөрәкле донорҙар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Милли донор көнө республика ҡан ТАПШЫРЫУ станцияһнда төрлө быуын һәм һөнәр эйәләрен берләштерҙе Уларҙың маҡсаты бер-ҡан тапшырып, таныш булмаған кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға өлөш индереү. Ҡулында исем -шәрифтәрен раҫлаусы рәсми документтары булған, бе-нисә көн алдан ҡан тапшырыуға етди әҙерләнеүселәр беренсе ҡатта теркәү үткәндән һуң был кабинетта етди һайлау үтте.
Баш ҡала предприятиеларының береһендә эшләүсе Вадим Зәкиев донорлыҡҡа йөрәк ҡушыуы буйынса ҡушылған. Ярҙамға мохтаж кешеләр ғүмерен ҡотҡарыу уның өсөн изге бурыс. Һөнәре буйынса ауыр физик эш башҡарыусы ҡанды ял иткән көндә тапшырырға тырыша.
Алыҫ саҡрымдарға юл йөрәгән водитель Дамир Ғәҙелшин иһә үҙ ғүмерендә 40 тапҡыр ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған. Рәсәйҙең Почетлы доноры исемен йөрөтә. Ул һирәк осрай торған ҡан төркөмөнә эйә.
Ауырлығы 50 килограмдан ашыу һәм ҡан биреүгә ҡаршы күрһәтмәләре булмаған 18 йәштән өлкән һәр сәләмәт кеше донор була ала. Ир-аттар бер йыл эсендә 5, ҡатын-ҡыҙҙар 4 тапҡырҙан артыҡ ҡан тапшыра алмай. Ҡан тапшырғндан һуң кәмендә 60 көн үтергә тейеш.
Илдә ғәҙәттән тыш хәл осрағына тәрән итеп туңдырылған стратегик донор эритроциттары запасы етәрлек, ти белгестәр. Карантин һаҡлауҙың төрлө этаптарында 30 тоннаға яҡын яңы туңдырылған плазма һаҡлана.Рәсәйҙә 1,5 миллион самаһы кеше ҡан һәм уның компоненттары донорҙары булып тора.Башҡортостанда ла донорҙар отряды йылдан-йыл яңы кешеләр менән тулылана.30 000-дән ашыу донор республика халҡының һаулығын һаҡлауға тос өлөш индерә,.
Ҡан тапшырыуҙан тыш, донорлыҡта елек мейеһе донорлығы әүҙем үҫешә. Ул яман шеш һәм ҡан ауырыуҙары менән сирләгән күп пациенттар өсөн ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер юлы. Елек мейеһе донорҙары яман шеш, лейкоз, лимфома йәки нәҫелдән килгән ауырыуҙар менән сирләгән меңәрләгән балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ғүмерен ҡотҡара ала. Елек мейеһе донорлығы бөтә донъяла бушлай, ирекле һәм аноним рәүештә башҡарыла. Рәсәй милли донор көнөндә Башҡортостанда 463 кеше ҡан һәм уның компоненттары доноры булды, 43 кеше елек мейеһе доноры федераль регистрына индерелде.
Гүзәл Борханова