Бал ҡорттары ҡышты нисек үткәргән? Республика райондарында бал ҡорттары ауырыуҙарын, уларҙың һәләк булыу сәбәптәрен тикшереү буйынса күсмә ветеринар лабораториялар эшләй башланы. Мобиль төркөм һәр районда ветеринар паспорт буйынса 200 умартасыны бушлай ҡабул итеп тейешле анализдарҙы үткәрә. Мобиль лабораториялар 22 апрелгә тиклем эшләй. Мишкә районында ла бал ҡорттары тикшерелде. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Юрий Әсмәндиәров 50 йылдан ашыу бал ҡорттары үрсетеп татлы продукция һата. Оҙайлы ҡышты эшҡыуарҙың 80 умартаһы яҡшы үткәргән. Шулай ҙа бер умарталыҡ һәләк булған. Районға килгән күсмә ветеринар-лабораторияла ул ҡорттарҙың һаулығын, яңы миҙгелгә әҙерлеген тикшертә.
Башҡортостанда бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарға бушлай тикшереү мөмкинлеге бар. Бының өсөн етенсе йыл рәттән райондарға Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһының күсмә модуле сыға. Тикшеренеү өсөн материалдарҙы башҡа муниципалитеттарҙан умартасылар ҙа килтерә ала. Миҙгел һайын анализға бөтәһе 11 меңгә яҡын проба алына.
Һәр умарталыҡтың ветеринар-санитар паспорты булыуы мотлаҡ. Ул умартасылыҡ продукцияһын һатыу, бал ҡорттарын күсереп йөрөтөү өсөн кәрәк. Бал ҡорттарында инфекцион сирҙәр асыҡланған осраҡтарҙа ветеринарҙар ҡарары менән умарталыҡ карантинға ябыла.Ә биләмәләргә бал йыйырға килеүсе умартасылар 21 көн дауамында карантин талаптарын үтәргә бурыслы.
Бал ҡорттары тотҡанда санитар талаптарҙы етди үтәү мөһим. Инфекция һәм инвазион сирҙәр-вируслы паралич, сальмонеллез, варроатоз бал ҡорттарының һәләк булыуына килтерә. Иҫкәртеү сараларын ваҡытында үтәү, йоғошло ауырыуҙар таралыуын кисектереү татлы бал биреүсе ҡорттарҙың именлеген һәм сәләмәтлеген һаҡлай. Башҡортостанда умартсыларға ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Татлы продукция етештереүселәр субсидия һәм гранттар ала, 2030 йылға тиклем махсус комплекслы программа ғәмәлгә ашырыла.
Ф. Миһранова