«Халыҡтар берҙәмлеге-Рәсәй көсө!» тип аталған быйылғы сара китапҡа, йолаларға һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләләү маҡсатында ойошторолдо. Сөнки акция быуындар араһында күпер булып хеҙмәт итә, китап уҡыуға һәм сәнғәткә һөйөү аша патриотик ҡиммәттәрҙе нығыта. Сара шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар китапханаһында ла үтте. Унда балалар шағирҙар һәм яҙыусылар менән бер рәттән сығыш яһаны. Быйыл федераль акция китапханаларҙы ғына түгел, музейҙарҙы ла берләштерҙе. «Библиотөн»дә оҙаҡ йылдар дауамында китапҡа тоғро ҡалыусыларға «Почетлы уҡыусы» исеме бирелде.