Республикала 2016 йылдан башлап йорт һәм фатирҙарға 700 мең янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Прибор 1 мең 300-ҙән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Ул янғын башланған осраҡта, көслө тауыш сығара. Мини-сирена бушлай таратыла. Бының өсөн Янғын иҫкәртеү үҙәгенә заявка бирергә кәрәк. Ғаризаны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында, Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки урындағы хакимиәттә ҡалдырырға мөмкин.