Республика конкурсы Ғата Сөләймәнов исемен йөрөтә. Ул Октябрьский ҡалаһында 15-16 майҙа үткәрелә. Ижади ярышта үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ҡурай ансамблдәре ҡатнаша ала. Шулай уҡ ғаилә коллективтарын көтәләр. Заявкалар 10 майға тиклем ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәт менән Башҡортостандың мәҙәни донъяһы порталында танышырға мөмкин.