Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек киңәйә

 Республика делегацияһы “Иннопром. Үҙәк Азия” форумында ҡатнаша.  Радий Хәбиров Башҡортостан стенды менән таныштырыу барышында Үзбәкстан  менән уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Ташкент өлкәһендә “Бекабад” индустриаль технопаркын төҙөү тураһында белдерҙе. Проект ике дәүләт етәкселеге тарафынан да хуплау тапҡан. Башҡортостандың “Буринтех”  компанияһы резиденттар иҫәбендә . “Предприятие заманса быраулау ҡорамалдары һәм ҡоралдар тәҡдим итә”, - ти генераль директор Ғиниәтулла Ишбаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Күргәҙмәлә төп тармаҡтар - нефть химияһы, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек индустрияһы, төҙөлөш материалдары етештереү, мебель сәнәғәте, ай-ти-технологиялар һәм башҡа йүнәлештәр буйынса фекер алышыу ойошторолған. Республика премьер-министры урынбаҫары -  Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Форум барышында  Республика башлығы Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе Бекабад районы хокимы Зәйнилобиддин Низомиддинов менән осрашыу үткәрҙе. Унда “Бекабад” технопаркын үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды.