Байрам уңайынан концерт, халыҡтар дуҫлығы фестивале, патриотик акциялар һәм уйындар ойошторола. Улар баш ҡаланың ҙур майҙансыҡтарында үтә. 1 майҙа иртәнге сәғәттәрҙә “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһына сәскә һалына. Сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. “Беренсе май” мәҙәниәт һәм ял паркында көндөң төп сараһы – Милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, шулай уҡ Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышлана. Кәсепселәр күргәҙмәһе эшләй. “Тулҡын, “Ҡашҡаҙан” һәм Дим парктарында ла байрам программаһы ҡаралған. Иван Яҡутов паркында “Тыныслыҡ, хеҙмәт һәм май” тигән концерт үтә. Өфө йәштәре 30 апрелдә өмә ойоштора.