Өфөлә "Мең велосипедсы көнө" үтә

Спорт байрамы 30 һәм 31 майҙа була. Сарала ҡатнашыусылар өсөн велосипедтар парады, уҙыш, фестиваль һәм балалар ярышы ҡаралған. Электр велосипеды һәм скутерҙа йөрөүселәр ҙә сараға ҡушыла ала. Былтыр "Мең велосипедсы көнө"ндә 35 мең кеше ҡатнашҡан.