Башҡортостан Башлығы муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы

“Муниципаль хеҙмәткәрҙәр мөһим һәм көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан бөгөн ҡала һәм ауылдарҙа балалар баҡсаһы, мәктәп, фельдшер-акушер пункттары төҙөлә, йәмәғәт киңлектәре тәртипкә килтерелә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр һалына. Әле махсус хәрби операция ветерандары муниципаль хеҙмәткәрҙәр сафын тулыландыра. Киләсәкте хәстәрләйек. Яңы башланғыстарға нигеҙ һалығыҙ, биләмәләрҙе үҫтерегеҙ, төҙөгөҙ, яҡшыртығыҙ”, - тиелә Радий Хәбировтың ҡотлауында.