Балаҡатайҙа хәйриә концерты үткән

Уның барышында йыйылған аҡса махсус хәрби операция яугирҙарына ебәрелә. Сара “Атайсал” проекты барышында уҙғарылған. Тамашала Балаҡатай районы ижади коллективтары, шулай уҡ Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаева, ҡурайсы Юнир Һағынбаев, йырсы Йәмил Баймырҙин сығыш яһаған. Балаҡатай халҡы апрель аҙағында фронтҡа 44-се гуманитар ылау оҙата.