Радий Хәбиров Үзбәкстан Президенты менән иҡтисади проекттарҙы тикшерҙе

Ташкентта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров етәкселегендә Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт Мирзиёев менән осрашыуҙа ҡатнашты. Яҡтар иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Шәфҡәт Мирзиёев илдәр араһында сауҙа күләменең тотороҡло үҫеүен билдәләне. Осрашыуҙа берлектәге техник вуздар базаһында иҡтисадтың төп секторҙары өсөн инженер кадрҙар әҙерләүгә айырым иғтибар бүленде. Радий Хәбиров Башҡортостандың Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлекте төрлө йүнәлештәр буйынса нығытыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Тәү сиратта һүҙ кооперацион бәйләнештәрҙе үҫтереү хаҡында бара. Иң ҙур башланғыстар иҫәбендә-Ташкент өлкәһендә «Бекабад» технопаркын төҙөү. Перспективалы йүнәлештәр иҫәбендә шулай уҡ туҡыу һәм еңел сәнәғәт, умартасылыҡ һәм апитерапия, фән һәм мәғариф, сауҙа һәм күмәртә-логистика үҙәктәре булдырыу.