Халыҡҡа иң яҡын торған власть органы. Бөгөн Рәсәйҙә урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Иглин районында ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеүселәр тәбрикләнде. Осрашыуға хакимиәт һәм ауыл биләмәләре вәкилдәре, белгестәр, депутаттар һәм активистар йыйылды.
Һөнәри оҫталыҡтары, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарағандары һәм өлгөлө хеҙмәттәре өсөн бер төркөм муниципаль хеҙмәткәрҙәр почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бынан тыш, «Йыл старостаһы» һәм «Иглин районы ауыл биләмәһенең иң яҡшы дәүләт паблигы» конкурстарына йомғаҡ яһалды. Унда Ивано-Казанка ауылы коллективы еңеү яуланы.