Өфөлә «Башҡортостандың спорт фәне аҙналығы» эш башланы

4 көн дауамында барасаҡ сара физик культура өлкәһендә уҡыған студенттар, аспиранттар, йәш тикшереүселәр, уҡытыусылар һәм белгестәр ҡатнашлығында үтә. Улар спорт фәненең мөһим тенденцияларын тикшереү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы проекттар табыу маҡсатында фекер алышасаҡ. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған форум йәш таланттарҙы үҫтереү һәм башланғыстарын хуплауға йүнәлтелгән. Тәү маҡсатта спорт мәктәптәрен төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, яңы уҡытыу методикаларын булдырыу күҙ уңында тотола.