Өфөлә йәмәғәт биләмәләре талпандарға ҡаршы эшкәртелә башланы

Быйыл 550 гектар самаһы майҙанда парктарҙа, скверҙарҙа, спорт комлпестар биләмәһендә санитар гигиена сараһы үтәсәк. Эпидемия миҙгеле быйыл ғәҙәттәгенән алдараҡ башланды. Биатлон спорт комплексы ла ҡуйы урман менән уратып алынған. Ул да айырыуса хәүеф зонаһына ҡарай. Талпандар үтеп инмәһен өсөн белгестәр һәр метрҙы эшкәртә. Парктар һәм скверҙар төн уртаһында йәки иртә таңдан, кеше йөрөмәгән ваҡытта дизенфикциялана.

Талпандар энцефалет һәм баррелиоздан тыш, башҡа инфекцияларҙы ла күсереүсе булып тора. Ул ҡаҙалған осраҡта, травмпунктта йәки фапта белгес ярҙамында сығарырға һәм лаборатор тикшереүгә тапшырырға кәрәк.

Павел Мочалкин, Республика дезинфекция үҙәгенең баш табибы

Әммә талпанға ҡаршы эшкәртеү хәүефһеҙлек сараларын үтәмәүгә йөҙ процентлы гарантия бирмәй. Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәре Надежда Рязановаға ла эш буйынса йыш ҡына хәүефле урындарҙа булырға тура килә. Хеҙмәткәргә бер юлы ике талпан ҡаҙалыу сәбәпле, антибиотиктар курсы үтергә тура килә. Хәүеф категорияһында булғанлыҡтан, ул йыл һайын талпан тешләүҙән страховкалана.

Психологик яҡтан ауыр булды. Ай дауамында барлыҡ анализдар ҙа килеп етмәне, ғүмеремде хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн антибиотиктар курсын үттем. Һуңынан ҡан анализдары минең сәләмәт булыуымды күрһәтте.

Надежда Рязанова