Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә «Атайсал» фильмы премьераһы үтте

48-се Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә «Атайсал» фильмы премьераһы үтте. Кинотаҫмала йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Юлайҙың, уның фермаһында эшләп йөрөгән өс үҫмерҙең мажаралары һүрәтләнә. Фильм Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында төшөрөлгән һәм ул Рөстәм Шәйхетдиновтың тулы метражлы дебют эше. Башҡорт фильмының премьераһын ҡарарға 200-ҙән ашыу тамашасы килде.

«Атайсал» нәфис фильмы үҫмерҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү, ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ул республиканың гүзәл урындарында, шул иҫәптән Ирәндек һыртында һәм «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә төшөрөлгән. Кино белгесе һәм Мәскәү кинофестивале программалары кураторы Евгения Тирдатова таҫмала һалынған ғаилә ҡиммәттәрен һәм милли тарихтың тәрәнлеген билдәләне. Фильм продюссеры Денис Өмөтбаев иһә премьераны башҡорт кинематографы өсөн мөһим ваҡиға тип атаны.