Осрашыуҙа яҡтар төбәктең транспорт селтәрен модернизациялау мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, һүҙ Стәрлетамаҡты урап үтеү юлын киңәйтеү һәм Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем арала яҡтыртыуҙы тергеҙеү хаҡында барҙы. Башҡортостан башлығы юлдарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһимлеген билдәләне. Әле республика биләмәһе буйлап 800 километрға яҡын федераль трасса участкаһы үтә. Осрашыуҙа киләһе өс йылда автомобиль юлдарын ремонтлау программаһын өҫтәмә финанслау мөмкинлектәре ҡаралды.