Бал ҡорттарын үрсеткән хужалыҡ агротуризм йүнәлешендә эш башлаған. Ошо маҡсатта былтыр федераль грант ярҙамында глэмпинг төҙөлә. Әле фермер туристарҙы умартасылыҡ эшенә төшөндөрә һәм шул уҡ ваҡытта тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн уңайлы шарттар тәҡдим итә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Бер ай элек ҡышлау урынынан сыҡҡан бал ҡорттары үҙҙәрен яҡшы тоя, ти Линар Сөләймәнов. Ҡортсолоҡ йолаларын тергеҙеүсе фермер был кәсепкә 6 йыл элек тотона. Умарта Ғафури районының экологик яҡтан таҙа, матур тәбиғәт ҡосағында, тауҙар араһында урынлашҡан.
Ҡаланан ауылға күсеп ҡайтыуына бер ҙә үкенмәй Линар. Дәүләт ярҙамы йүнселгә эш асып ебәрергә, бал ҡорттары һатып алырға һәм цех төҙөргә мөмкинлек бирә. «Башҡортостан төпкөлөндә» биш төр бал етештерелә, уларҙы башлыса республика һәм сит төбәк халҡы һатып ала, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Өфө магазиндары, кафе һәм ҡунаҡханаларында табырға була.
Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү туристарҙы күпләп йәлеп итә, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә яңы офоҡтар аса. Былтыр крәҫтиән-фермер хужалығы «Агротуризм» программаһы буйынса федераль грантҡа эйә була. Аҡсалата ярҙам глэмпинг асыуға йүнәлтелә-өс йорт һәм тирмә төҙөлә.
Комплекслы туристик продукт булдырыу өсөн ауыл еренең тәбиғи, мәҙәни-тарихи һәм ауыл хужалығы ресурстарын файҙаланыу-мөһим һәм перспективалы йүнәлеш булып тора. Линар Сөләймәновтың хужалығы яңы туристик миҙгелгә әҙерләнеүен дауам итә. Әле экскурсиялар маршруты төҙөлә, әммә шуныһы билдәле-туристарҙы бал төрлөлөгө һәм тәбиғәт матурлығы менән һоҡландырыу төп маҡсат булып ҡала.
Әлфинә Килдейәрова