Производствоны яңыртыуға-366 млн һумлыҡ инвестиция. Бөрө һөт ризыҡтары комбинатында 2022 йылдан алып күләмле реконструкция эштәре башланған. Әлегә проекттың тәүге этабы тамамланыу алдында. Ультрапастеризацияланған һөт ҡойоу буйынса өс линия сафҡа индерелгән. Башҡорт продукты менән сит ил баҙарына сығырға ниәтләгән инвестор менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Тулыраҡ киләһе материалда.
Автоматлаштырылған линия тәүлегенә 100 тонна продукция етештерә ала. Эш процессы стериль шарттарҙа ойошторолған, һөт сифаты лаборатория шарттарында контролдә тотола. Предприятие республика хужалыҡтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырып, йыл әйләнәһенә үҙен сеймал менән тәьмин итә. Ультрапастеризацияланған һөттө һаҡлау ваҡыты өс айҙан 9 айға тиклем иҫәпләнгән, продукцияны илдең эре сауҙа селтәрҙәре кәштәләрендә лә күрергә мөмкин.
Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән заводта күләмле реконструкция эштәре бара. Тәүге этапҡа ярашлы, ҡаҙанлыҡ бүлмәһе, цехтар яңыртылған, заманса һыуытыу ҡулайлармалары һатып алынған. Ультрапастеризацияланған һөт производствоһын ойоштороу өсөн заманса шарттар булдырыла.
Льготалы лизинг, субсидиялы кредиттар-предприятие дәүләт ярҙамы менән даими ҡулланған. Компанияның сираттағы инвестиция проекты Башҡортостан башлығы ҡатнашлығында үткән «Инвестиция сәғәте»ндә лә хупланып, өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелде. Технологик ҡорамалдар һатып алғанда сығымдар өлөшләтә ҡайтарыласаҡ. Төбәк етәксеһе предприятие эшен юғары баһаланы.
Предприятие етәкселеге продукцияға Халыҡ-ара сертификат алып, яҡын сит илдәр баҙарына сығырға иҫәп тота. Әлегә экспорт эшен көйләү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Яңыртылған цехтар етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина