Башҡортостанда Милли аш-һыуҙар проекты: халыҡтар берҙәмлеге нығытыла

Халыҡтар берҙәмлеге йылына Милли аш-һыуҙар проекты. «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе менән яңы проект тормошҡа ашыра башлай.

Проект буйынса Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының аш-һыуҙарын әҙерләү ҡаралған. Әммә төп маҡсат милли ризыҡ әҙерләүгә генә ҡайтып ҡалмай, эш ваҡытында һәр халыҡтың милли-мәҙәни ҡиммәттәре, йолалары, көнкүреше тураһында әңгәмәләр ҡорола. Көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә. Проекттың тәүге ҡунағы Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы бишбармаҡ бешереп күрһәтте. Милли аш-һыуҙы әҙерләгән ваҡытта ҡыҙҙар махсус хәрби операция яугирҙарына, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам хаҡында фекер алышты. Сөнки «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһында яҡындары алғы һыҙыҡта булған ҡыҙҙар берләшкән, ойошма яугирҙарға даими ярҙам ойоштора.

Проект Өфө үҙәгендә урынлашҡан «Бишбармаҡ» студияһы менән берлектә ғәмәлгә ашырыла. Артабан инде рус, татар, сыуаш, удмурт һәм башҡа халыҡтарҙың милли аш-һыуҙарын әҙерләү ҡарала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Башҡортостан милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ өлгөһө булып тора, яңы проект ошо берҙәмлектең сағылышы. Башҡа халыҡтарҙың милли кухняһын өйрәнеү, үҙебеҙҙеке менән таныштырыу.