Өфө ҡыҙы Полина Дудко «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына лайыҡ булды

Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумында үтте. Полина Дудко һәм уның остазы, «Йәдкәр» мәҙәниӘт йорто директоры Валентина Урлапованы юғары баһа менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы ла ҡотланы.  

Полина Дудко Өфө ҡыҙы, бәләкәй сағынан Ватан, геройҙар, һуғыш тураһында шиғырҙар һөйләргә ярата. Әле Полинаға 12 йәш, ул махсус хәрби операция зонаһында һәм госпиталдәрҙә яугирҙар алдында сығыш яһай, алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаиләләре янында була, гуманитар ылау әҙерләүҙә ҡатнаша. Полинаның «Коса» тигән ҡушаматы ла бар. Командировкаларға, осрашыуҙарға йыш йөрөүгә ҡарамаҫтан ҡыҙ тырышып уҡырға ла, йыр, бейеү түңәрәктәренә йөрөргә лә өлгөрә. Полинаның остазы Валентина Урлапова әйтеүенсә, ҡыҙ бер осрашыуҙан да баш тартмай. «Полинаның балаларға хас түгел шиғырҙары» проекты «Киләһе быуындар өсөн бөйөк мираҫ» номинацияһында еңеү яулаған. Форумда ҡатнашҡан Башҡортостан делегацияһы бүләкләнеүселәрҙе аяғүрә баҫып алҡышланы.

Мәғлүм булыуынса, «Хеҙмәт итеү» премияһын Урындағы үҙидара үҫеше буйынса Бөтә Рәсәй ассоциацияһы Рәсәй Президенты Хакимиәте менән берлектә ойоштора. Награда муниципаль берәмектәр үҫешенә һәм халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға өлөш индергән өсөн бирелә. Быйыл 63 мең ҡатнашыусы араһынан 11 номинация буйынса 40-тан ашыу муниципалитет билдәләнгән.