Өфөләге предприятие дәүләт ярҙамын файҙаланып, етештереү ҡеүәтен өс тапҡырға арттырған

Яңы цехтарға-заманса станоктар. Өфөләге предприятие дәүләт ярҙамын файҙаланып, етештереү ҡеүәтен өс тапҡырға арттырған. Күләмле яңырыуҙан һуң медицина һәм мәғариф учреждениеларына тәғәйенләнгән мебель линейкаһы ла киңәйтелгән. Продукция Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдәргә оҙатыла, экспорт эше көйләнгән. Былтыр компанияның сәнәғәт производствоһы индексы 123 процентҡа еткән, ышаныслы үҫеш динамикаһы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Ике йыл элек сафҡа ингән механика цехында бар эште роботтар башҡара тиерлек. Производство тулыһынса автоматлаштырылған. Мастерҙар иретеп- йәбештереү ҡулайламалары, лазер ҡорамалдарында металл эшкәртеү процессын контролдә генә тота. Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында һатып алынған заманса станоктар етештереү ҡеүәтен өс тапҡырға арттырырға булышлыҡ иткән.

Дәүләт ярҙамында торба бөгөү станоктары ла һатып алынған. Предприятие хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, мебель деталдәрен етештереү оҫталыҡ талап итә, был йәһәттән юғары теүәллеге булған ҡулайлаламаларҙа эшләү күпкә уңайлыраҡ. Производство процессының заманса шарттарҙа ойошторолоуы-заман талабы, конкурентлыҡта еңергә лә ярҙам итә.

Предприятиеның яңы етештереү майҙансығында производство тулы циклда ойошторолған, мебель өсөн ағас плитәләрҙән, пластиктан да изделиелар ҡорола. Цехтарҙы станоктар менән йыһазландырғанда иҡтисади үҫеш министрлығы линияһы буйынса ла субсидия ҡулланылған. Сирек быуаттан ашыу асылған компанияның үҫеш темптары юғары, бөгөн эш процессы 60 мең квадрат метрҙа алып барыла, биш йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй.

Коронавирус булды, һуңынан махсус хәрби операция башланды, шуға ҡарамаҫтан дәүләт сәнәғәт предприятиеларына ҡарата иғтибарҙы кәметмәне. Льготалы кредит, субсидиялар менән файҙаланып, беҙҙең компанияла производствоны киңәйтеүгә, етештереү ҡеүәттәрен арттырыуға өлгәштек. Үҙебеҙ генә бындай уңышҡа ирешә алмаҫ инек.

Михаил Тимофеев, Предприятиеның медицина мебеле һәм ҡорамалдары етештереү буйынса директоры

Ике йыл элек предприятиеның 8 мең квадрат метр майҙанда яңы склады ла төҙөлгән. Бында ла дәүләт ярҙамы менән яңы ҡорамалдар-8 метр бейеклектәге стеллаждар һатып алынған. Әҙер продукция бөгөн Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, шулай уҡ яҡын сит илдәргә лә оҙатыла.

Башҡортостан-илдең алдынғы индустриаль төбәктәренең береһе. Республика предприятиелары Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы линияһы буйынса тормошҡа ашырылған дәүләт программаларында ҡатнашып, федераль ярҙамды әүҙем файҙалана Өс йыл эсендә генә сәнәғәт үҫешенә 20 млрд һум аҡса йәлеп ителгән. Ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, эре производстволар етештереү ҡеүәттәрен һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, арттырыуға ла өлгәшә.

Республикала сәнәғәтте үҫтереү советы эшләй, әле уның ике ултырышы үтте. Бынан тыш, Башҡортостан предприятиеларында төбәк башлығы ҡатнашлығында «сәнәғәт сәғәте» форматында күсмә кәңәшмәләр уҙғарыла. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары өсөн тәғәйенләгән ярҙам саралары, шул иҫәптән һалым льготалары ла үҙ көсөндә.

Эдуард Мостафин, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары

Башҡортостан предприятиелары импортты алмаштырыу өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Өфөләге производство майҙансығына килгәндә, компания ҡарамағында конструктор-технологик бюро ла эшләй, һынауҙарҙы уңышлы үткән һәр яңы продукцияға патент, йә техник таныҡлыҡ алына. Республика һәм федераль ярҙам алыу йыл һайын етештерелгән тауар линейкаһын арттырырға булышлыҡ итә.

Гөлназ Хәйбуллина