Республикала йәйге йылға навигацияһы 25 апрелдә старт ала. Өфөләге судно ремонтлау һәм судно төҙөү заводында һыу транспортын яңы миҙгелгә әҙерләү буйынса эш тамамланыу алдында. Белгестәр ҡыш дауамында йөк флоты һәм пассажирҙар ташыусы теплоходтарҙа ремонт алып барған. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Йөҙөүсе крандың дизель двигателе тулыһынса тиерлек һүтелеп, яңынан йыйылған, әле клапандарҙы көйләргә генә ҡалған. Ентекле әҙерлек, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртә. Аварияһыҙ эшләү бик мөһим, сөнки был һыу транспорты ҡатмарлы эш башҡара-ул йылға төбөнән ҡырсынташ һөм ҡом сығарырға ярҙам итә. Былтыр йөҙөүсе кран Пермь крайында командировкала булһа, быйыл республика йылғаларында эшләйәсәк.
Ғафуан Кашапов һыуҙа 47 йыл эшләй. Тик ике суднола ғына йөрөнөм, ти ул. Был йөҙөүсе кранды үҙе 1991 йылда Түбәнге Новгород ҡалаһынан алып ҡайта. Шул ваҡыттан алып миҙгел һайын шкипер-механик вазифаһында ҡом һәм ҡырсынташ ятҡылыҡтарында эшләй. Йөҙөүсе крандан тыш, Судно ремонтлау һәм судно төҙөү заводында йөк ташый торған катер һәм баржалар ремонтлана. Шулай уҡ предприятиеның «Аҡсарлаҡ» пассажир теплоходы ла бар, тиҙҙән ул өфөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын Ағиҙел буйлап сәйәхәткә алып сығасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова