Башҡортостанда ауыл хужалығы малдарын вакцинациялау буйынса яҙғы кампания тамамланыу алдында

Ғафури районы ветеринар станцияһы хеҙмәткәрҙәре был юлы Ерек ауылында эшләне. Сара барышында һыйыр һәм һарыҡтарҙан тыш, быҙауҙарға ла прививка яһалды. Белгестәр малдарҙың торошон ҡараны.

Әле Ғафури районы биләмәһендә 14 мең эре, 15 мең ваҡ мөгөҙлө мал һәм 4 мең ат иҫәпләнә. Урындағы район ветеринария станцияһынан белдереүҙәренсә, уларҙың барыһына ла тиерлек төрлө сирҙәргә ҡаршы прививка яһатҡан. Бынан тыш, хәүефле ауырыуҙарҙы район биләмәһенә индермәҫ өсөн, сит яҡтан мал һатып алған осраҡта ветеринария станцияһына хәбәр итергә кәрәк.