Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ колледжы майҙанында үткән бәйгелә 25 штукатур-маляр көс һынашты. Мәртәбәле бәйгелә еңеүселәр дипломдар һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнде. Бәйге хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Хәниф Бикбов «Иң яҡшы штукатурсы бәйгеһендә» беренсе тапҡыр ҡатнаша. Биш йыл төҙөлөш тармағында тәжрибә туплаған эшсе һайлаған һөнәренә бер ҙә үкенмәнгән. Республикала йорттар һәм объекттар күпләп төҙөлә, шуға ла эш һәм заказдар һәр саҡ етәрлек.
Республика район-ҡалаларынан йыйылған штукатурсылар Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ колледжы майҙанында ваҡытҡа һәм сифатҡа таш стенаны тигеҙләп, штукатурка һалды.
Башҡорт дәүләт аграр университетында күләмле ремонт барышында штукатурсыларсыларҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Тәжрибәле эшселәр уҡыу корпусы кабинеттарын тәртипкә килтерә. Хеҙмәт баҙарында уларға 70-100 мең һумға тиклем эш хаҡы тәҡдим ителә. Студенттар уҡыу программаһы сиктәрендә практик белемде төҙөлөш майҙанында үҙләштерә.
Иң яҡшы штукатурсы конкурсында еңеүсегә 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған. Бәйгенең маҡсаты-конкурс аша һөнәрҙең абруйын күтәреп, йәштәрҙә профориентация эшен алып барыу, эшсе һөнәрҙәргә иғтибар йәлеп итеү.
Ф.Миһранова